Һуңғы тапҡыр ауылда Яңы 2016 йылды инәйем менән ҡаршы алғайныҡ🎄.. Эх, тик үкенес, инәйем Яңы йылды һуңғы тапҡыр ҡаршылаған булып сыкты... Шунан һуң туғандарым менән гел осрашып торһаҡ та, бына инде 7 йыл үткәс, ауылда Яңы йылда йыйылыштык🎄... Туғаным үҙе ҡалала йәшәһә лә, атай йортон ташламаны, уны матур итеп тәрбиәләп ҡарай, беҙҙең ҡайтыуға һәр саҡ шат.. Бына әле лә матур табын ҡороп беҙҙе шатланып ҡаршы алдылар.. "Эх, туганым, бала саҡта ошо өйҙә бөтәбеҙ бергә йәшәгәндә иң бәхетле саҡтар булған икән!", - тинем... Минең һүҙҙәремә ул: "Э мин әле лә бәхетле, апай, атай йортонда туғандарым менән бына ошолай бергәләп йыйылышып ултырғанға, ошо ерҙә баҫып йөрөгәнгә", - тине... Ә бит дөрөҫ.. 🙏Ысынлап та, инәйем менән атайым беҙгә ҡарап шатланаларҙыр тип уйлайым. Бергәбеҙ, берҙәмбеҙ, атай йортон ташламанык, йыл һайын уларға бағышлап көрән уҡытып торабыҙ... Ошо өйгә ҡайтһаң, бөтә ҡайғы онотола... Шулай һәр кемдең ҡайтып, күңеленә тыныслыҡ ала торған, тәпәй баҫып үҫкән атай йорто булһын ине... атай йортоноң нигеҙе ҡоромаһын, ул һәр саҡ гөрләп торһон🙏... Ташламайык тыуған йортто, атай йортон.... Атайҙар, әсәйҙәр бит бер ҡайҙа ла китмәгәндәр, улар һаман беҙҙе шул өйҙә элеккесә һағынып көтәләр ... Ауылыма ҡайтһам, һаман бер хәл: инэйемде эҙләй күҙҙәрем.. Ҡат - ҡат уҙам баҡса һуҡмағынан табырмын тип уның эҙҙәрен.. . Сығып ҡарайым баҡса арттарына, мунсаға ла кереп күҙ һалам... Бөтә йэнем, бар булмышым менән, Инәкәйем, һине һағынам! 🙏... Бына - бына килеп сығыр төҫлө "Ҡыҙым, ҡайттыңмы? ", – тип йылмайып... Самауырҙы ҡуйып, сәйҙәр эсеп элеккесә , инәй, ултырырбыҙ кеүек һөйләшеп... Йыhандарҙан һаман мин мөғжизә көтәм... Һин юҡлыҡҡа күңелем ышанмай... *******

Теги других блогов: продвижение SEO Google